text stringlengths 5 300 | audio audioduration (s) 0.34 203 |
|---|---|
— Бүре һуҡты, бабайҙы бүре һуҡты! | |
Һикелә, мине күҙәтә-күҙәтә, батмуста борсаҡ тәгәрләтеп ултырған әсәйем ҡапыл һикереп торҙо. | |
Ҡыҙҙырылған бойҙай, йәғни ҡурмас, ыуыҙ ҡоймағы, яңы быҙаулаған һыйырға бер биҙрә итеп быҡтырылған мәтрүшкә сәйе... | |
Илағым килде ҡапыл... | |
Ә ҡартәсәйемдең һынамыштары тағы ла серлерәк. | |
Ҡыуандым! Инде миңә ике хис-тойғо таныш – ҡурҡыу һәм ҡыуаныу. | |
Атайым әйтә ине шул, ни сыҡһа, Әхмәҙин ағайҙан сыға – әле бүре, әле бөркөт, тип... | |
— Әй, эйе шул. | |
Раҫ икән, бәхетле көндәр тиҙ үтә. | |
Күҙемде асҡас, дәү йәнде, ниһайәт, тыштан күрҙем: ул ысынлап та шундай дәү, ике аяғы өҫтә ҡыймылдай, ҡулдары – уртала, башы аҫта тәгәрләп йөрөй. | |
Бына бөгөн дә, киске аштан һуң, атайым да өйҙә саҡта, тағы ҡуҙғалды шул хаҡта һүҙ. | |
Элек Шәрифә апайымдың бирнә һандығы ултырған мөйөштә ят әйбер күренә – дүрткел сумаҙан. | |
Ана, бер оста ғына, Биксәнәй осонда, әллә нисә Сәғүрә, нисек айыраһың уларҙы ҡушаматһыҙ? Әһә, телен систем ҡартәсәйемдең! | |
Ул башын ҡағып ҡына ҡуйҙы, күҙен тегененән алманы, машинаһын текелдәтә бирҙе. | |
Дөрөҫө, унда ла түгел хәсрәтем, ә тыуасаҡ туғанымда. | |
Әле миңә, мәрхүм дуҫ-ҡорҙашының ейәнсәренә лә, бер тапҡыр ғына күрһәтте Ыласынды, ят күҙҙән йәшереп аҫрай, бала ҡош, ти. | |
— Әй ошоно, Рәйхана балаһы, белеп тыуған... Әсәйем шулай тигән булды, ахырҙа. | |
Сталиндың хаталары етерлек, был һуғыш ул хәтлем ҡанлы булмаҫ ине, әгәр юлбашсы алдан күрһә. | |
— Алдашма, Бүреһуҡҡан олатай, бар, үҙең ҡайт, беҙ сорлауыҡ уйнайбыҙ, – тим, тауышымды баҫып ҡына, әтеү мине ишетеп ҡалһалар, малайҙар тиҙ үк эҙләп табасаҡтар. | |
Шунан мине һикегә алып барып баҫтырҙы ла тағы күкрәгенә ҡыҫты, сәнскеле яңағын битемә терәне, көрһөндө... | |
Йәһәт кенә ҡуҙғалды ла атайым, соландан ике тоҡто ике яурынына һалып тышҡа атланы. | |
Мәүлиҙә мәүешерәк инде ул, әйттем дәһә, түшенә төкөрә, тип... | |
— Улда һуғыштан ҡайтманы... | |
Хәҙер үҙебеҙ ҙә йөрөй башланыҡ унда, Мәүлиҙә әхирәтем менән кисә генә барҙыҡ, өс кенә туҡтап ял иттек. | |
Башта татар килен идем, кемгә – жиңги инде, аннары үзең күрәсең – Татар әби. | |
...Август аҙаҡтарында, бер ҙур ҡабаҡтың эсенән емештәрен аралап алып ултырғанымда, әсәйем менән Зөлхизә өләсәйемдең һөйләшкәненә иғтибарлап ҡолаҡ һалдым. | |
Күпмелер ваҡыттан һуң килеп ҡаранылар: | |
Тиҫтерҙәрең өс йыл тигәндә тып итеп ҡайтты ла төштө, ә һине көтә-көтә күҙ тондо... | |
...Ниһайәт, тыуҙым! | |
– Сабый үҙ ризығы менән тыуа ул. Баязит кейәү ҙә, нишләп ташлап китһен, ти, һине, бынау алтын баланы (мине әйтә!). | |
Малайҙар! | |
Халыҡ дошманы! | |
Ә беҙҙең ҡапҡа төбөнән уларҙыҡына кәмендә ун аҙымдыр әле. | |
Бер, ике, өс... ете, һигеҙ... ун бер... | |
Йылғаның яҙғы ташҡында өҙөлөп ҡалған бөгөлөндә, ҡамыш араһында, оя ҡора, бала сығара. | |
– Йә, артабан ни булған? | |
Утыҙ етенсе йылдарҙа иң шәп командирҙарҙы атып бөтөргәндәр. | |
Ана, тәҙрә асыҡ, ҡапҡалағы әллә күгәрсен, әллә аҡҡош миңә әле лә ҡырын ғына ҡарап тора – әһә! | |
Атайым ҡайтҡанға өс ай ҙа булып киткән, имеш. | |
Үҙ көнөн үҙе күрәсе Ғәҙилә күрше, колхозда ла эшләнесе. | |
Бындай тоҡтарҙы, ысынлап та, кесерткәндән һуғалар икән. | |
— Әйтеп ҡарағайным да һиңә, тоҡомо менән уҡымышлы улар, ынтылма, тип, тыңлайһыңмы ни... | |
«Беләбеҙ, кәрәкмәй, зинһар, һөйләмә», – тиҙәр. | |
— Һинең атайыңмы, әллә Зөлхизә өләсәйемдекеме? | |
Шул саҡ бүрәт тешен ыржайтып ырылданы ла артҡы тәпәйҙәренә баҫты һәм ҡапыл алғы тәпәйе менән дөмбәҫләтә йорт эйәһенең яңағына килтереп һуҡты. | |
Былай уның әле һаҡалы юҡ, егерме өс йәшлек кенә сағы. | |
Беҙ кеше түгелдер шул... | |
Көн йөҙә, төн йөҙә... | |
— Ҡартәсәйем менән өләсәйем, мин, тағы һин үҙең – дүртәү түгелме ни? | |
Ғәрләнгәндер Гөлбикәһенең хәленән, башын сит яҡҡа олаҡтырғандыр һуғыштан һуң, тип фараз итеүселәр ҙә булды. | |
Көтә инде, тәҙрә төбөнән китмәй, урамдан күҙен алмай. | |
Ер туңған, оҙаҡламай ҡар күҙе лә күренер. | |
Ҡартәсәйем уға һүҙен осларға ирек бирмәне: | |
Инде мин дәү йән менән йылы йомро имсәктәре аша тоташам, уларҙан алмаш-тилмәш баллы һөт имәм. | |
Көн дә һаҡ аҫтында быяла заводы өсөн сеймал – һүнгән вулкан итәгендәге көлдө, ти, – тейәтергә йөрөткәндәр, көн дә кәбеҫтә һурпаһы эсергәндәр. | |
Мин дә, аяҡтарымды һауала һәлендергән килеш, шымтайҙым да уның күҙҙәренә баҡтым. Оҙаҡ, бик оҙаҡ бағыштыҡ һымаҡ. | |
Мин ... һәм? | |
Күп һорамаҫ инем, мин нәфселе түгел, атайымды ситкә китеү ниәтенән төңөлдөр, зинһар, тип кенә үтенер инем. | |
Балыҡтарға ҡулын һуҙҙы... һәм уянып китте. | |
«Камил бит, мин дөрөҫ әйткәнем, – тип ҡыуана Мәүлиҙә, – ана лаһа турғайы!» | |
— Һин әбей түгелһең әле, күҙлек кейһәң генә оло сырай керә әҙерәк, – тип йыуатҡан булам уны, ыңғайына. | |
— Мин уҡырға барҙым, тауар бирегеҙ, алъяпҡыс тектерәм Татар әбекәйҙән, – тигәс, ҡартәсәйем һикегә ултыра төштө. | |
Береһе үлгән, икенсеһе тере һымаҡ? | |
Өләсәйем мин Күрәнленән әйләнеп ҡайтҡанда ла аласыҡ алдында алйып баҫып тора ине. Ҡобараһы осҡан. | |
— Холҡоң Рәйханаға тартҡан, ул да күҙгә ҡарап, танмай һөйләшә. | |
— Һеҙгә ни, төпкөл ауылда... | |
Баһадир шул, ана нисек мине, ҡурсаҡтай итеп, еңел генә күтәреп алды. | |
Анттыр бына, берәүгә лә ыскындырмам һарыгүҙ хаҡында. | |
— Һөйләп торам даһа... | |
Атайым ҡайтып килә, ҡулында бүре тиреһенән тегелгән бүрек. Тотоп ҡарамайынса уҡ беләм: Бүреһуҡҡан олатай атайыма тип иләп ҡуйған тирене әллә күпме ваҡыт соланында киреүле тотто, ә яңыраҡ бесеп, бүрек тегеп ултыра ине. | |
— Әсәй, һин кисә, бик ҙур эш бар иртәгәгә, тигәйнең? | |
Ныҡ ҡына һыуытып та ебәргән – май башы ғына бит әле. | |
— Ун-ун биш өйлө Айыусыла ла ҡушаматһыҙ әҙәм һирәк, – тип дауам итте ҡартәсәйем. | |
Ҡеүәтле ҡойроғо «ҡоп» итеп ергә ҡағылды, типкер тырнаҡтары «ҡуян»ды матҡыны. | |
Бабай шәп йөрөй әле эйәрҙә, бирешмәй. | |
Улым булһа, Ыласын тип нарыҡларға хыялланғайным... | |
Ҡулындағы бәпесе тубығына тәгәрәп төшкән, күҙҙәре йомоҡ... | |
Бөркөтсөнөң һәр ишараһын аңлап тора кеүек. | |
Бында тик үҙебеҙ генә. | |
— Через два дня придешь. – Оҫта знакум ике бармағын күрһәтте лә нығытып ҡуйҙы: – Ладно? | |
Моғайын, мин күлдә – балыҡ яралғыһы, ыуылдырыҡ эсендәге селбәрәмендер? | |
Үҙгәләнгән уның күңеле, килен, барыбер баҫылмаҫ, йөрөп ҡайтһын. | |
Шул тиклем оҡшашҡан улар, айырып та булмай. | |
Йәшлегемә барып, эшкә ауан булдым, ауыр күтәреп имгәндем. | |
— Салпа Сәғүрә, Һантый Сәғүрә, Тыпый Сәғүрә, Ете ҡуллы Сәғүрә... | |
Шул хатты уҡығас, шым ғына урамға йүгереп сыҡтым да, Гөлбикә апайҙың соланына кереп, башымды бүрәнәгә бәреп-бәреп иланым. | |
Тик башы түгел, эсе өҙөп-өҙөп ауырта, биле әсетеп һыҙа. | |
Һатыбал? Сәйер исем, ауылда берәү. Ниңә шулай ҡушҡандар? | |
Ярай, әләйһәң, мин үсегә белмәйемме ни? | |
— Ярар, уларын һөйләгәнең бар. | |
Исламетдин ағайҙың улы. — Ә, Исламетдиндыҡы булғас, йүнһеҙ малай түгелдер? | |
– Ҡартәсәйем тымғас, атайым дауам итте: | |
Мин төшәм инде, Мәүлиҙә кәүҙәгә бәләкәй, биҙрәләрҙе аҫтан күтәреп бирә лә алмай. | |
Мин һиңә тип йәй көнө бер көлтә мәтрүшкә йыйғайным... | |
Инеп торманым, үҙебеҙгә боролдом. | |
Рәхмәт инде Әмингә, мөғәллим ҡустыға, ҡанатыңды бәпләп тора. | |
Ә миңә теймәй, «Кәйҙерем»дән һалдырып тик йөрөйөм үҙен. | |
Хәйруллаһы уның өҫтөнән ике тапҡыр йәш кәләш (ҡыҙҙан, ти!) алып ҡараған, тора алмаған. | |
Ә инде дүртемә китеп, «шәп ҡатын» буласағым фаразланғас, мин хәбәрҙең айышын үҙ аллы аңғарырға өйрәндем. | |
– Әсәйем, Карагандаға китмәҫ өсөн, ун мейесте һылап бурларға ла әҙер, күреп торам. |
End of preview. Expand in Data Studio
- Downloads last month
- 83